top of page

Күк Ирәндек буйындағы мөғжизә

Ирәндек (урыҫ. Иренды́к) — Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандағы тау арҡаһы. Оҙонлоғо — 135 км. Иң юғары нөктәһе — Көҙгөнташ тауы (бейеклеге 987 м). Тау арҡаһы Башҡортостандан Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында урынлашҡан. Ирәндек тауы порфирит, диабаз, известняк кеүек тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән.Төньяҡ өлөшөндә — урман менән ҡапланған тайга, көньяғында — бүтәгә-ҡылған үләнле дала. Ирәндек Уралтауҙарының матур урыны. Бында боронғо ҡаласыҡтар, оҫтаханалар һәм ташланған ауылдар урыны табыла. Көнсығыш битендә Ибраһим шарлауығы урынлашҡан.

Ирәндектең Учалы районында урынлашҡан төньяҡ өлөшө Бәләкәй (Кесе) Ирәндек тип атала. Иң бейек түбәләре - Тораташ (921 м) һәм Кәзәташ, Ҡарт-Муйнаҡ ауылы янында урынлашкан. Иң төньяҡ нөктәhендә, Комсомольск ҡасабаhы янындағы Бөркөт-тау түбәhе аша Ирәндек Күмәс тау арҡаһына тоташа.

Исеменең килеп сығышы менән бәйле башҡорт риүәйәте бар. Алданған Оморҙаҡ тауҙан төшөп үҙәнгә еткәс: — Хәҙер беҙ өйрәндек!, - тип ҡысҡырып ебәргән.

Күлдәре һәм йылғалары.

Тау арҡаһы буйында матур йылға һәм күлдәр урынлашҡан. Көнбайыш битендә — Граф күле һәм Талҡаҫ күле. Тау түбәһенән Таналыҡ һәм Төйәләҫ йылғалары ағып төшә.

Ирәндек. Башҡорт халыҡ йыры. Иҙрис Гәниев.

Һай!.. Иртәнсәкәй тороп, бер ҡараһам, Уң ҡулында көмөш йөҙөк, Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек, Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө, Һай!.. Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө.

Өмөт өҙмәң, дуҫтар, был донъянан, Уң ҡулында көмөш йөҙөк, Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек, Байрам булып китер бер көндө, Һай!.. Байрам булып китер бер көндө.

Һай!.. Иркәләрмен, тинем, кис килермен, тинем, Уң ҡулында көмәш йөҙөк, Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек, Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти, Һай!.. Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти.

Избранные посты
Недавние посты
Архив
Поиск по тегам
Тегов пока нет.
Мы в соцсетях
  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square
bottom of page