top of page

Шүлгәнташ мәмерйәһе-бишенсе мөғжизә

Шүлгәнташ мәмерйәһе — Башҡортостандың Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгән-Таш ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралда бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торғанмәмерйәләрҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәутормош сәнғәте ҡомартҡыһы. Мәмерйә янында Шүлгәнташмузей-экскурсион комплексы һәм спелиология лабораторияһы асылған.

1965 йылда Шүлгәнташ тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.

Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡоролошо.

Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән урындың киңлеге 40 метрға етә, бейеклеге — 20 м. Мәмерйәнең өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда — һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар, ҙур залдар, ер аҫты йылғаһы, кулдәр бар. Мәмерйә әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Беренсе ҡатын һыу баҫҡан, унда Шүлгәнташ йылғаһы аға. Икенсе ҡаттың оҙонлоғо 500 м самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 м үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 м күтәрелгәс, өсөнсө ҡатка аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.

Ер аҫтындағы йылға һәм күл

Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрым арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрымда ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм ҡеүәтле шишмә булып Шүлгәнташ ауыҙында урғып сыға, ошонда диаметры 3 м булған бәләкәй генә күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан 150—170 м гөрләп ағып, Шүлгән Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышын ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.

«Рәсемдәр» бүлмәһе

Мәмерйәлә һәр ҡатта үҙенә хас температура, дымлылыҡ режимы, һауа әйләнеше меңәр йыл миҙгелдәрендә һәм тәүлек әйләнәһенә температура тирбәлеше үҙгәрмәй. Шуға мәмерйәлә боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде.

Галерея

  • Мамонт һүрәте;

  • Шүлгәнташ мәмерйәһенең беренсе ҡаты схемаһы;

  • Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр.

Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың зур залында урынлашҡан. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра менән яһалған.

Избранные посты
Недавние посты
Архив
Поиск по тегам
Тегов пока нет.
Мы в соцсетях
  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square
bottom of page