top of page

Динопарк

Билдәле булыуынса, Әбйәлил районы үҙенең гүзәл тәбиғәте, тәбиғәт һәйкәлдәре менән күптәрҙе таң ҡалдыра. Ә бына уның территорияһында төҙөлгән, күптән түгел (2012 й.) асылған Динопарк тирә-яҡтағы кешеләрҙе, туристарҙы үҙенә йәлеп итеп тора.

Динопарк (динозаврҙар паркы) Белорет-Магнитогорск трассаһындағы Ташбулат станцияһында (халыҡ телендә-Үләнде) күл буйында урынлашҡан. Күлдең тирә-яғы ҡамыш һәм төрлө үлән менән ҡапланғанға күрә, исеме лә Үләнде тип атала.

Паркка инеү менән иң тәүҙә аҡ айыу фигураһын күрҙек. Мин был паркка һеңлеләр, балалар менән барғайным . Уға яҡынлашҡайныҡ ҡына ҡына, ул үкереп ебәрҙе һәм башын борҙо. Беҙ бик аптырап ҡалдыҡ, ә бәләкәй балаларыбыҙ ҡурҡып китте, хатта.

Парктағы бөтә динозаврҙар һәм башҡа хайуандар хәрәкәтләнәләр һәм төрлө тауыш сығаралар ине. Һәр береһенә исеме яҙылған табличка ҡуйылған, унда ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә бар.

Парк уртаһында, иң ҙур динозавр-триннозавр тора, уның бейеклеге алты, оҙонлоғо-ун өс метр.

Бер нисә магазин эшләй, уларҙа тәм-томдар, эсемлектәр һатыла.

Динопаркта дүрт инеү-сығыу урындары бар. Күл буйында ҡунаҡхана урынлашҡан. Яр буйында түләүле пляж бар. Паркта шулай уҡ төрлө аттракциондар эшләй.

Дөйөм алғанда, Динопаркта боронғо тарихи осорҙо күҙ алдына килтерәһең, мауыҡтырғыс та, мажаралы ла фильмдарҙы иҫкә төшөрәһең.


Избранные посты
Недавние посты
Архив
Поиск по тегам
Тегов пока нет.
Мы в соцсетях
  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square
bottom of page