top of page
Башҡортостан-аҡ шоңҡарҙар иле,
Аҡ толпарҙар иле-Уралым.
Илем, ерем, һиңә яҡты яҙмыш,
Яҡты юлдар ғына юрайым.

Рәшит

Шәкүр

Телең барҙа-илең бар,

Илең барҙа-иркең бар.

Иркең барҙа-күркең бар,

Ил биҙәргә дәртең бар.

Шәрәфетдинова Элиза

Данил ҡыҙы

Рәми

Ғарипов

Башҡортостан гимны -
00:00 / 00:00
Гимн Башкортостана -
00:00 / 00:00
12-се мәктәп-гимн - Unknown Artist
00:00 / 00:00

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты

Рәхим итегеҙ!

    Мин-уҡытыусы, мин - тәрбиәсе, мин - йүнәлтеүсе, мин - матурлыҡҡа өндәүсе, мин - бала күңелен асыусы. Эйе, бала күңеленә асҡыс уҡытыусы ҡулында. Мин уҡыусыларым менән уңыштарҙы бергә яулайым, ҡыйынлыҡтарҙы бергә еңәм.

    Шатлыҡ, бәхет өләшкәндән арта ғына. «Кеше өсөн иң ҙур бәхет - кешеләргә бәхет килтереү», - тигән бер шиғырында Ғайса Хөсәйенов.

     Бала ваҡытта кеше тал сыбығы кеүек була, ҡайһы ергә сәсһәң дә, үҫеп китә. Ошо һүҙҙәрҙе күңелемә һалғанмын, улар бит күңел байлығын сағылдыра. Дөйөм алғанда, уҡытыусы булып эшләмәйем, ә уҡытыусы булып йәшәйем. Уҡытыу, уҡытыусы булып йәшәү - минең ҡанымда. Мин уҡытыусылыҡ эшемдең ҡайҙан башланып, ҡайҙа тамамланғанын белмәйем, ҡайҙа минең шәхси тормошом башлана?.. Был һорауҙарға яуап эҙләргә маташмайым да, сөнки мин бар булмышым менән укытыусы, нур илтеүсе уҡытыусы.

Уҡытыусының портфолиоһы

Ф.И.О: Шәрәфетдинова Элиза Данил ҡыҙы

Белеме: юғары, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Эш урыны: 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү автоном учреждениеһы

Вазифаһы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Категорияһы: юғары

Педагогик стажы: 13 йыл

Контакты МОАУ СОШ № 12

452680, Российская Федерация
Республика Башкортостан,

г. Нефтекамск

ул. Карла Маркса, 10Б

http://school12.neftekamsk.ru/

тел: 8927638-6380

e-mail: eliza-valihanova@mail.ru

 

 

Имя *

Email *

Тема

Сообщение

Отлично! Сообщение получено.

bottom of page