top of page

Башҡортостандағы гүзәл урындарҙың береһе-Яҡтыкүл

Яҡтыкүл — Башҡортостандағы ғәжәйеп күлдәрҙең береһе. Оҙонлоғо — 4,5, киңлеге — 2,5 саҡрым. Тәрәнлеге 40 метр тирәһе, 80 метрғаса еткән урындары ла бар, тиҙәр. Ул Башҡортостанда иң тәрән күл булараҡ та билдәле. Эргәһендә мәғрур Урал тауҙары теҙмәһе башлана. Ҡараңғылыҡ тип аталғанының бейеклеге 1 020 метрға етә икән. Гүзәл тәбиғәт мөйөшөндә ял итергә килеүселәрҙе бер яҡтан саф һауа, үтә күренмәле күл, ғорур тауҙар ылыҡтырһа, икенсе мөғжизә — сапропель ләме. Уның шифаһы тураһында халыҡ борон-борондан белгән. Легендаларға ҡарағанда, Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаев яугирҙәренә ошонда ял ойошторған, ләмде тән яраларын тиҙ уңалтыу өсөн ҡулланғандар. ХVIII быуат тарихсыһы И.И. Фальк та үҙ яҙмаларында ошо яҡ тәбиғәтенең ғәжәйеп һауыҡтырыу көсөнә эйә булыуын теркәп ҡалдырған. Үткән быуаттың 50-се йылдарында иһә, Мәскәү, Свердловск курортология белгестәре ләмдең үҙенсәлектәрен тикшергәндән һуң, бында ял йорто, артабан шифахана асыла. Ғалимдар билдәләүенсә, “Яҡтыкүл”дән дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы Мулдаҡ күленең ләме сифаты буйынса иң яҡшыһы икән. Был ятҡылыҡ запасы күп быуындарға етерлек, тиҙәр. Шуға ла шифаханала дауалау осоронда һәр кем өсөн бығаса ҡулланылмаған, таҙа ләм тотонола. Сапропель умыртҡа бағанаһы, быуындар ауыртыуы, ревматоидлы артрит, артроздар, неврит, полиневрит, плексит, Рейно сире, невроз һ.б. менән яфаланғандарға айырыуса ныҡ ярҙам итә. Республикала “Яҡтыкүл” ҡатын-ҡыҙҙа түлһеҙлек сирен дауалау буйынса иң яҡшы шифаханаларҙың береһе иҫәпләнә. Күптәр бында дауаланғандан һуң бала табыу бәхетенә эйә була. Гинекологик ауырыуҙар менән сирләгәндәргә лә тап “Яҡтыкүл” шифаһы килешәсәк, ти ғалимдар. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: сапропель ләме целлюлитҡа ҡаршы иң ҡулай дауалау сараһы булып тора. Шифаханала булғанда кешеләрҙең ләм ярҙамында мөғжизәле һауығыуы хаҡында әллә күпме миҫал килтерҙеләр. Таяҡ менән килгәндәр таяғын “онотһа”, бөтөнләй йөрөй алмағандарҙың үҙ аяғында һөйөнөп ҡайтып китеүе осраҡтары ла булған. Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары менән хеҙмәттәшлек тос емештәр бирә. Медицина фәндәре докторы, профессорҙар В.А. Кулавский, Р.Ә. Дәүләтшин, Р.В. Магжанова, доцент, медицина фәндәре кандидаты В.В. Архипова ғилми эштәрендә “Яҡтыкүл” ләменең мөмкинлектәрен өйрәнә, яңы тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Әсә сәләмәтлегенә арналған Рәсәй, республика күләмендәге сараларҙың тап ошонда ойошторолоуы ла юҡҡа түгел.

Дауалау ысулдарын һанап бөткөһөҙ Әлбиттә, шифалы ләм менән бер рәттән, дауалауҙың башҡа ысулдары ла киң ҡулланыла. Мәҫәлән, диңгеҙ сифаттарына эйә ылыҫлы, радонлы, “ынйылы” ванналар тәҡдим ителә. Заманса ҡорамал менән йыһазландырылған физиотерапия бүлегендә магнит, ультратауыш һәм башҡаһы менән дауалау ысулдары бар. Дауаланыусылар һыу аҫты массажына ҙур теләк менән йөрөй. Стоматология кабинеты ла буш тормай. Клиник тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, теш ҡаҙнаһы сирҙәрен дауалағанда ла ләмдең файҙаһы күп. Массажға ла иғтибар ҙур. Шифаханала уның төрлө ысулдары ҡулланыла. Ә заманса бассейн иһә — йәше-ҡартының яратҡан урыны. Ял итеүселәр өсөн күңел асыу үҙәге эшләй. Китапхана, спорт залы, тренажерҙар, бильярд, шахмат өҫтәлдәре буш тормай. Кафела, бейеү залында күңел асыусылар ҙа етерлек. Тамаша залында иһә көн һайын ниндәй ҙә булһа сара ойошторола: концерттар, кинолар күрһәтелә, осрашыуҙар үткәрелә. Тәмле аш та дауалай Шифаханала тәжрибәле ашнаҡсылар күп төрлө ризыҡ тәҡдим итә. Йыл әйләнәһенә еләк-емеш, татлы һыуҙар, һуттар өҫтәлдән өҙөлмәй. Ҡайһы бер көндәрҙә милли аш-һыуға йә балыҡ ризыҡтарына өҫтөнлөк бирелә. Йәй көндәре иһә дауаланыусылар милли эсемлегебеҙ ҡымыҙҙан ауыҙ итә. Алыҫтан килеп ял итеүселәр мөғжизәле эсемлек өсөн айырыуса ҙур рәхмәт тойғоһон еткерә, уның тәме хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланалыр, моғайын. “Тәмле аш-һыу менән дә күңелдәргә нур инһен”, — тип тырыша ашхананың уңған эшсәндәре. Беҙ килгәндә шифаханала Рәсәйҙең 21 төбәгенән ял итеүселәр йыйылғанлығы асыҡланды. Күптәре “Яҡтыкүл”дең дауалау ҡөҙрәте хаҡындағы мәғлүмәтте матбуғаттан, Интернет селтәренән тапҡан. Улар, эргә-тирәләге матурлыҡты күреп, ят урындарға сәйәхәт ҡылып, күңел байлығы туплау яғын да ҡайғырта. Шифахана был юҫыҡта ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр менән сығыш яһай: Магнитогорск ҡалаһына сәйәхәт, ундағы лимонарий, аквапарк менән танышыу кинәнес өҫтәһә, танылыу яулаған “Абҙаҡ” тау саңғыһы трассаһына, “Металлург-Магнитогорск” тау саңғыһы комплексына, йәйгеһен “Арҡайым” тарихи-этнографик үҙәгенә, Күсем ауылындағы Т. Кусимов музейына ла ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән юллана, сәфәрҙән бай тәьҫораттар менән ҡайта. Йәй көнө иҫ киткес матур зәңгәр күл эргәһендә ҡомда ҡыҙыныу, кәмәлә йөҙөү, балыҡ ҡармаҡлау ылыҡтыра. Бөгөн шифахана заман һулышын тойоп йәшәй, киләсәктә иһә дауалауҙың яңы төрҙәрен үҙләштерергә, яңы үрҙәр яуларға ынтыла. “Яҡтыкүл”дең абруйы көндән-көн арта. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ярославль, Һамар, Екатеринбург, Әстрхан ҡалаларынан, Татарстандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Себерҙән килеүселәр коллективтың хеҙмәтен юғары баһалай. Әйткәндәй, бында үҙ эшенә бирелгән, тәжрибәле табиптар байтаҡ. Директорҙың дауалау эштәре буйынса урынбаҫары Василий Анисимович Маганев 1985 йылдан бирле ошонда хеҙмәт итә. Ул — медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Баш шәфҡәт туташы Рәзилә Сабирова, шәфҡәт туташтары Валентина Мердинова, Фәрүәз Үмәрова, маркетинг бүлегенән Рәсилә Исламова, лаборант Эльвира Зекрина, массаж яһаусылар Ләйсән Асҡарова, Айгиз Солтанов һәм башҡалар ең һыҙғанып эшләй, дауаланыусыларҙың ялы файҙалы, күңелле булһын өсөн бар тырышлығын һала. “Яҡтыкүл” шифаханаһынан йыл әйләнәһенә халыҡ өҙөлмәй. Йәй айҙарында көнөнә 250 кеше булып китә. Бында 15 йыл рәттән килеүселәр ҙә бар. Шифахана йыл да Рәсәй кимәлендәге һаулыҡ һаҡлау форумдарында ҡатнашып, билдәлелек яулай. Мәҫәлән, былтыр Мәскәүҙә үткән “Шифахана-2012” Бөтә Рәсәй форумында “Шифалы ләмде ҡулланыуҙағы иң яҡшы ысул өсөн” номинацияһында — алтын, “Иң яҡшы шифахана” номинацияһында көмөш миҙал яуланы. Шулай итеп, Әбйәлил районының йөҙөк ҡашы булған “Яҡтыкүл” шифаханаһының даны бөтә ил кимәленә күтәрелде.

Избранные посты
Недавние посты
Архив
Поиск по тегам
Тегов пока нет.
Мы в соцсетях
  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square
bottom of page