top of page

Тау саңғыһы спорт үҙәге

Был спорт үҙәге Әбйәлил районы Яҡтыкүл эргәһендәге Ҡырҡты тауында төҙөлгән. 960 метр бейеклеккә күтәрелгәс, тау башынан тәбиғәтебеҙҙең хозурлығына хайран ҡалырһың. Ҡырҡты тау һырттары, урман, яландар һәм иң ҡыҙығы-әллә нисә күл йәйрәп ята.

Аяҙ көндәрҙә кешеләр ун бер күл күреп була, тиҙәр. Мин һигеҙ күл күрҙем. Белеүемсә, Әбйәлил районы күлдәргә бай.

"Металлург-Магнитогорск" тау саңғыһы үҙәге 2003 йылдан эшләй башлай, ә 2010 йылда инде Рәсәй территорияһындағы "Иң яҡшы тау саңғыһы курорты" исеменә лайыҡ була. Йыл һайын курорт ике меңдән ашыу кешене ҡабул итә.

Әлеге ваҡытта "Металлург-Магнитогорск" комплексы төрлө ҡатмарлыҡтағы ете трассанан тора. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 2500метр, бейекле кимәленең айырмаһы 450 метр тәшкил итә. Оҙонлоғо 300 метр булған махсус трасса яңы башлаусы тау саңғысылары һәм сноубордистар өсөн тәғәйенләнгән.

"Металлург-Магнитогорск" тау саңғыһы курортының төп үҙенсәлеге шунда: фәҡәт, уның территорияһында Рәсәйҙә беренселәрҙән булып тау түбәһенә алты минутта менеп етерлек, бер сәғәт эсендә 2800 кешене хеҙмәтләндерерлек гондола тибындағы тиҙ йөрөшлө күтәргес барлыҡҡа килде. Австрияла эшләп сығарылған бындай күтәргес менән тағы курортта Словакияла сығарылған бугель ( тимер ҡуласа) күтәргесе лә ҡулланыла.

Трассалар йыш ҡына ратраҡ һәм яһалма ҡарландырыу менән эшкәртелә, шуға күрә был курортта саңғыла йөрөү сезоны ноябрь айынан апрель башына тиклем дауам итә. Иң уңайлы осор декабрь айынан март урталарына тиклем була.

Тау саңғыһы кәрәк яраҡтары оло кешеләр өсөн бер тәүлеккә 1500 һум, балалар комплекты 900 һум тора. Курортҡа килгән ҡунаҡтарҙы ашатыу өсөн кафелар, ресторан эшләй.

Шәхси машиналарҙы һаҡлана торған урынға ҡуйырға мөмкин, унда 100 һум күләмендә бер тапҡыр түләү алына.

Ҡыш көндәрендә "Металлург-Магнитогорск" комплексының төп йүнәлеше булып тау саңғыһы спорты торһа, йәйге осорҙа бында картинг һәм зорбинг, пикник үткәреү урындары бар, шулай уҡ аттракциондар паркы эшләй. Велосипедтар өсөн ҡыҙыҡлы маршруттар ҡаралған. Пейнтбол уйындары, төрлө походтар, экскурсиялар ойошторола.

Йыл буйына курортта китапхана һәм кинотеатр эшләй. Килгән ҡунаҡтарға кистәрен бильярд уйнарға, бар һәм дискотекаларҙа күңел асырға мөмкин. Шулай уҡ теләүселәр тренажер залына йәки массаж яһау кабинетына йөрөй ала.

Ҡыш көнө килеүселәргә ҡаргиҙәргә һәм һырғалаҡта шыуырға, балыҡ тоторға мөмкин.

"Металлург-Магнитогорск" курортында йәшәп тороу өсөн ике, өс һәм дүрт бүлмәле уңайлы бунгало тәҡдим ителә. Шулай уҡ янындағы шифаханаларға урынлашырға мөмкин: 2500 метрҙа "Юбилей" шифаханаһы, ә 900 метр алыҫлыҡта- "Березки" ("Ҡайындар") ял йорто бар.

"Металлург-Магнитогорск" тау саңғыһы комплексы Магнитогорск ҡалаһынан ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡаланан комплексҡа автобус йәки маршрут таксиһы менән барырға мөмкин.

"Металлург-Магнитогорск" комплексының рәсми сайты: www/ski-bannoe.ru

Избранные посты
Недавние посты
Архив
Поиск по тегам
Тегов пока нет.
Мы в соцсетях
  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square
bottom of page